Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘХИТОВ Рауил Сәми улы

Просмотров: 3853

ВӘХИТОВ Рауил Сәми улы (26.10.1929, Үзбәк ССР‑ы Пешку а. — 6.11.2000, Өфө ҡ.), физик‑химик. Химия фәндәре докторы (1977), профессор (1978). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979). Урта Азия университетын тамамлағандан һуң (Ташкент ҡ., 1952) Запорожье ҡ. эшләй: Днепровск электрод заводында, 1953—55 йй. ауыл хужалағы машиналары эшләү институтында. 1958 й. алып Чимкент ҡ. Ҡаҙаҡ химия‑технология институтында (1963 й. башлап үҙе ойошторған электрохимик производстволар технологияһы кафедраһы мөдире). 1970 й. алып ӨАИ‑ла (1973 й. — дөйөм химия кафедраһы мөдире), 1986 й. — БДУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге металдар (баҡыр, никель, цинк) һәм уларҙың фосфор, углерод, көкөрт, бром менән иретмәләре электрохимияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә; юғары уҡыу йорттарында химия уҡытыу проблемаларын өйрәнеүгә бәйле. В. тарафынан бинар иретмәләрҙе электр менән тондороуҙа ҡулланылған электролиттарҙың оптималь составын һайлап алыуҙың яңы алымдары уйлап табылған; ашалыу һәм тутығыуға тотороҡло, декоратив үҙенсәлекле металл булмаған ҡушылдыҡлы гальваник ҡапламаларҙың яңы технологияһы тәҡдим ителгән. 7 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Новые силикатные и органические материалы. Алма‑Ата, 1967 (авторҙ.).

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.03.2026
Связанные темы рубрикатора: