Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИМОВ Миҙхәт Әбделнасир улы

Просмотров: 2004

ҒӘЛИМОВ Миҙхәт Әбделнасир улы [23.7.1932, БАССР‑ҙың Өфө районы Иҫке Юрмаш а. (БР‑ҙың Иглин районы) — 15.8.2013, Өфө ҡ.], Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1967). 1950—54 йй. “Башнефтезаводстрой” тресының 1‑се төҙөлөш-монтаж идаралығында, 1957—94 йй. 21‑се төҙөлөш тресының 7‑се идаралығында штукатур (1962 й. алып бригадир). Өфө НЭЗ‑ының производство цехтарын, Өфөлә торлаҡ һәм социаль тәғәйенләнешле объекттар төҙөүҙә ҡатнаша. Өфө синтетик спирт заводында (ҡара: “Уфаоргсинтез”) фенол һәм ацетонды берлектә алыу цехын төҙөгәндә юғары етештереү күрһәткестәренә ирешә. Ленин (1971, 1978), “Почёт Билдәһе” (1966) ордендары менән бүләкләнгән.

Әҙәб.: Галимов М.А. //Герои труда. Уфа, 2011.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.11.2024
Связанные темы рубрикатора: