Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАҺАПОВА Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы

Просмотров: 3362

ВАҺАПОВА Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы (11.7.1942, БАССР‑ҙың Күгәрсен районы Үрге Санъяп а.), анатом. Медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), РФ‑тың атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2002), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002), БР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). БДМИ‑ны тамамлаған (1965), 1968 й. алып шунда уҡ эшләй: 1989—2000 йй. педиатрия факультеты деканы, 1993—2019 йй. кеше анатомияһы кафедраһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге быуындар морфологияһын өйрәнеүгә арналған. В. тәүгеләрҙән булып синовиаль тышса “люктарын” һүрәтләй, быуындарҙағы трансиновиаль алмашыныуҙың концепцияһын эшләй, быуындар капсулаһы пластикаһының яңы ысулын тәҡдим итә. Бөтә Рәсәй анатомдар, гистологтар һәм эмбриологтар ғилми йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе (1995 й. алып). Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2012).

  Х е ҙ м.: Terminologia Anatomica. Международная анатомическая терминология. М., 2003 (авторҙ.); Мениски коленного сустава: морфология, современные методы диагностики их повреждений. Уфа, 2010 (авторҙ.); Функциональная морфология элементов коленного сустава. Уфа, 2015 (авторҙ.).

А.Ә.Байгилдина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.03.2023
Связанные статьи: