Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БҮГӘС МАРШЫ”

Просмотров: 1795

“БҮГӘС МАРШЫ”, “Бүгәсәү”, “Оло юл”, башҡ. халыҡ йыры, һалмаҡ көй. Тәүге тапҡыр Н.Д.Шоңҡаров тарафынан 1961 й. Һарытау өлк. Пугачёв р‑ны Бобровый Гай а. яҙып алына һәм “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығында баҫтырыла. “Б.м.” варианттарын С.Ә.Галин, К.Мәргән яҙып алған. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) т‑дағы йырҙарға ҡарай. Икенсе исеменең барлыҡҡа килеүе Ырымбурға табан Яйыҡ й. буйлап оҙон юл үтеүсе Е.И.Пугачёв ғәскәрҙәре хаҡындағы риүәйәткә бәйле. Поэтик текста Пугачёв халыҡты яҡлаусы, ер һәм ирек биреүсе изге күңелле батша булараҡ һүрәтләнә. Декламацион көй аныҡ структура, ябай боролоштар м‑н айырыла. Йырҙы башҡарыусылар араһында Ғ.З.Сөләймәнов.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974; Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983.

А.М.Ҡобағошов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.12.2019