Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БИТУМ”, предприятие

Просмотров: 882

“БИТУМ”, ЯСЙ. Нефть эшкәртеү ҡалдыҡтарынан төҙөлөш материалдары етештерә. Салауат ҡ. урынлашҡан. Составы: атмосфера‑вакуумлы ҡыуыу һәм нефть битумы етештереү, тауар‑сеймал, йылылыҡ-энергетика цехтары; автотранспорт һәм ремонт участкалары; т. юл транспорты хеҙмәте. 2010 й. 173 кеше эшләгән. Төҙөлөш һәм юлдар өсөн нефть битумы, көнкүреш мейестәре өсөн яғыулыҡ, нефть эреткесе, мазут һ.б. етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла.

1980 й. төҙөлөш материалдары табыу һәм етештереү б‑са Салауат хужалыҡ иҫәбендәге ярҙамсы пр‑тиеһы булараҡ нигеҙ һалына, 1990 й. алып Салауат төҙөлөш материалдары з‑ды, 1991 й. хәҙ. статусын һәм исемен йөрөтә. 80—90‑сы йй. “Б.” йөҙләү һәм цоколь плиталары, тәбиғи таштан парапеттар етештерә, улар “Башпромбанк”, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы, “Салаватнефтемаш” һәм “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑лары, Опера һәм балет театры биналарын һ.б. төҙөү һәм яңыртыуҙа файҙаланыла.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019