Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠНАЗАР, Мәләүез р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1414

АҠНАЗАР, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Һарыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 34 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. —  182 кеше; 1920 — 269; 1939 — 151; 1959 — 202; 1989 — 161; 2002 — 189; 2010 — 168 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Сәнкем‑Ҡыпсаҡ улусы Үрге Таш а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1816 й. билдәле. Шулай уҡ Баййегет исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 16 йортта 124 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғ.Кәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: