Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘХМӘТУЛЛИН Шамил Рахман улы

Просмотров: 1951

РӘХМӘТУЛЛИНШамил Рахман улы (1.9.1930, Томск өлк. Пашня а. — 22.4.2001, Өфө), актёр. РСФСР‑ҙың (1991), БАССР‑ҙың (1976), ТР‑ҙың (2000) халыҡ артисы; РСФСР‑ҙың (1979) һәм БАССР‑ҙың (1966) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы (1961), Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын (1952; Х.Бохарский курсы), ГИТИС‑ты (1959; Б.В.Бибиков, О.И.Пыжова курсы) тамамлаған. 1952—54 йй. Ауырғазы колхоз‑совхоз театры (ҡара: Салауат башҡорт драма театры), 1959 й. алып БАДТ актёры. Сағыу комик актёр. Р. сәнғәтендә башҡ. сәхнәһенең фольклор сығанаҡтары һәм урыҫ классик комедия театры традициялары берләшә: Хужа Насретдин (Н.Иҫәнбәттең ш. уҡ исемле пьесаһы), Низами (“Еҙнәкәй”, Х.К.Ибраһимов), Әбләй Әүәлбаев (“Бажалар”, И.Ә.Абдуллин) һ.б. Диуана (“Ай тотолған төндә”), Ярлыҡапов (“Йырланмаған йыр”), Гермес (“Ташлама утты, Прометей!”; бөтәһе лә — М.Кәрим) образдарында комедиянан сатираға, трагедиянан трагифарсҡа, трагикомедияға күсә. Байтаҡ радио һәм телеспектаклдәрҙә уйнай; к/ф төшә (“Ауыл ө .төндә йәйғор”; “Башҡортостан” к/ст, 2001). Башҡорт драма театрында И.Ғ.Юзиевтең “Һандуғастар килгән беҙгә” (1974), К.Мәргәндең “Шомбай” (1975), Абдуллиндың “Көҙгө романс” (1988) һ.б. спектаклдәрен ҡуя. “Алмағастар сәскә атҡанда”, “Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр...”, “Уйындан — уймаҡ” һ.б. пьесалар; хикәйәләр, шиғырҙар, фельетондар, юморескалар авторы. Өфөлә Р. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

РӘХМӘТУЛЛИНШамил Рахман улы (1.9.1930, Томск өлк. Пашня а. — 22.4.2001, Өфө), актёр. РСФСР‑ҙың (1991), БАССР‑ҙың (1976), ТР‑ҙың (2000) халыҡ артисы; РСФСР‑ҙың (1979) һәм БАССР‑ҙың (1966) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы (1961), Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын (1952; Х.Бохарский курсы), ГИТИС‑ты (1959; Б.В.Бибиков, О.И.Пыжова курсы) тамамлаған. 1952—54 йй. Ауырғазы колхоз‑совхоз театры (ҡара: Салауат башҡорт драма театры), 1959 й. алып БАДТ актёры. Сағыу комик актёр. Р. сәнғәтендә башҡ. сәхнәһенең фольклор сығанаҡтары һәм урыҫ классик комедия театры традициялары берләшә: Хужа Насретдин (Н.Иҫәнбәттең ш. уҡ исемле пьесаһы), Низами (“Еҙнәкәй”, Х.К.Ибраһимов), Әбләй Әүәлбаев (“Бажалар”, И.Ә.Абдуллин) һ.б. Диуана (“Ай тотолған төндә”), Ярлыҡапов (“Йырланмаған йыр”), Гермес (“Ташлама утты, Прометей!”; бөтәһе лә — М.Кәрим) образдарында комедиянан сатираға, трагедиянан трагифарсҡа, трагикомедияға күсә. Байтаҡ радио һәм телеспектаклдәрҙә уйнай; к/ф төшә (“Ауыл ө .төндә йәйғор”; “Башҡортостан” к/ст, 2001). Башҡорт драма театрында И.Ғ.Юзиевтең “Һандуғастар килгән беҙгә” (1974), К.Мәргәндең “Шомбай” (1975), Абдуллиндың “Көҙгө романс” (1988) һ.б. спектаклдәрен ҡуя. “Алмағастар сәскә атҡанда”, “Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр...”, “Уйындан — уймаҡ” һ.б. пьесалар; хикәйәләр, шиғырҙар, фельетондар, юморескалар авторы. Өфөлә Р. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Һ.С.Сәйетов Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: