РАХМАНҠОЛОВА Зөлфирә Фәүзи ҡыҙы
РАХМАНҠОЛОВА Зөлфирә Фәүзи ҡыҙы (27.6.1959, Өфө ҡ.), үҫемлектәр физиологы. Биология фәндәре докторы (2002), профессор (2003). БДУ-ны тамамлаған (1983). 1991–94 йй. Биология институтында, бер үк ваҡытта БДУ-ла (2003 й. алып үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы мөдире) эшләй. 2011 й. алып Мәскәү ҡ.: РФА‑ның К.А.Тимирязев исемендәге Үҫемлектәр физиологияһы институтында төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта МДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәрҙең яраҡһыҙ тышҡы шарттарға адаптацияһын өйрәнеүгә арналған. Р. ҡатнашлығында үҫемлектәр адаптацияһының энергетик нигеҙе булараҡ фотосинтез һәм һулыш алыу нисбәтен көйләүҙең экологик-физиологик механизмдары концепцияһы эшләнә. Р. тарафынан тәүге тапҡыр ниндәй төрҙән булыуына ҡарамаҫтан, оптималь шарттарҙа үҫтерелгән үҫемлектәрҙең төп энергия трансформациялау процестарының даими нисбәте барлығы билдәләнә, уны үҫемлектәр продуктлылығын шытым стадияһында уҡ күҙаллау өсөн ҡулланырға мөмкин.
Хеҙм.: Экологическая физиология растений. М., 2001 (авторҙ.).
С.С.Хәйретдинов
Тәрж. Г.А.Миһранова

