Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПУШКАРЁВ Алексей Михайлович

Просмотров: 1198

ПУШКАРЁВ Алексей Михайлович (7.3.1967, Өфө), уролог. Мед. ф. д‑ры (2008). БДМИ‑ны тамамлаған (1992). 1993 й. алып Өфөнөң ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында эшләй. 1994—2000 йй. һәм 2004 й. башлап Респ. клиник дауаханаһында (1999—2000 йй. һәм 2005 й. алып бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 2004 й. башлап БДМУ‑ла; 2000—04 йй. “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында эшләй. Фәнни‑практик эшмәкәрлеге урология ауырыуҙарын һәм операциянан һуңғы өҙлөгөүҙәрҙе, ш. иҫ. нозокомиаль инфекция арҡаһында, иммунологик коррекция (вакцинотерапия, вакцинопрофилактика, иммунобиологик препараттар һ.б.) ҡулланып, дауалау ысулдарын эшләү һәм камиллаштырыуға бәйле. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019