Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПИЧУГИН Юрий Александрович

Просмотров: 2099

ПИЧУГИН Юрий Александрович (8.1.1923, Өфө — 3.2.2000, Мә.скәүҡ.), хәрби эшмәкәр. Ген.‑полковник (1984). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Э. Дзержинский ис. Артиллерия‑инженерия акад. тамамлаған (Мәскәү, 1953). 1941 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. башлап Брянск, Үҙәк, 1—3‑сө Белоруссия фронттарының. 61‑се армияһы 15‑се уҡсылар див. 203‑сө артиллерия полкында взвод, батарея, дивизион ком., 1946 й. — артиллерия полкының штаб нач. ярҙамсыһы, 1948 й. — уҡыу батареяһы ком., 1953 й. — өлкән офицер‑һынаусы, бүлек нач. урынбаҫары, бүлек нач., часть нач. урынбаҫары, 1973 й. — Капустин Яр полигоны нач., 1975 й. — Ракета ҡоралдары баш идаралығ.ы нач., бер үк ваҡытта СССР‑.ҙ.ың. ракета ғәскәрҙәре командующийы урынбаҫары. 1984 й. алып запаста. Ленин пр. лауреаты (1976). Ленин (1984), Окт. Революцияһы (1979), Ҡ.ыҙыл Байраҡ. (1945), Александр Невский (1945), 1‑.се дәрәжә. (1985), 2‑.се дә.рә.жә. Ватан һуғышы (1943), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1956), “Почёт Билдәһе” (1968), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.10.2022