ПИТЯКОВ, Бөрө р-нындағы ауыл
1261
ПИТЯКОВ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Иҫке Петров а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 22 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 117 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 671 кеше; 1920 — 763; 1939 — 809; 1959 — 581; 1989 — 661; 2002 — 625; 2010 — 615 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.
Ауылға Бөрө өйәҙендә дәүләт крәҫтиәндәре һәм удел крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1784 й. алып билдәле. 1865 й. 59 йортта 306 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня булған. 1906 й. тимерлек, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:

