Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПИНСКИЙ Матвей Савельевич

Просмотров: 2478

ПИНСКИЙ Матвей Савельевич (21.9. 1916, Байкал аръяғы өлк. Иҫке Зилово а. — 8.9.1987, Өфө), танкист, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау бронетанк уч‑щеһын (1939), Офицерҙарҙың юғары бронетанк мәктәбен (Ленинград, 1949) тамамлаған. Малоярославец (Калуга өлк.) т. юл ст. эшләй. 1937 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. башлап Үҙәк, Калинин, Көнбайыш, Төньяҡ‑Көнбайыш, 1‑се Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 1‑се гвардия танк ар‑ мияһы 11‑се гвардия танк корпусы 44‑се гвардия танк бригадаһының танк батальоны ком. гвардия майоры П. 1945 й. ғин. Нове‑Място, Рава‑Мозовецка, Ловичи, Цегельно, Вельнау (бөтәһе лә — Польша) ҡҡ. янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1960) ӨНИ‑лә хәүефһеҙлек техникаһы б‑са инженер, хеҙмәтте һаҡлау бүлеге мөдире булып эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1945), Александр Невский (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә П. исеме м‑н урам аталған, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: