Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИНИЦЫН Василий Иванович

Просмотров: 1718

СИНИЦЫН Василий Иванович (12.12.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡөйәҙе Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ., — 14.10.1971, Новозыбков ҡ.), лётчик, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби‑һауа көстәренең Юғары осоу‑тактика мәктәбен тамамлаған (Липецк ҡ., 1947). 1935 й. алып — БАССР халыҡ хужалығы иҫәбенең Мәләүез район бүлегендә, 1936 й. — “Заготзерно” Бөтә Союз берекмәһенең Башҡ‑н контораһында, 1937 й. башлап “Ташсельмаш” з‑дында (Ташкент) эшләй. 1939 й. башлап Совет Армияһында. 1941 й. июненән Көньяҡ‑Көнбайыш, Ленинград һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 18‑се һауа армияһының 5‑се гвардия бомбардировка полкының элемтә нач. кесе лейт. С. 360 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1953) Новозыбковола эшләгән. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ, 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән. Мәләүездә урамға С. исеме бирелгән.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

.Һ.Булатов Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.10.2026