Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ИГЕН ПРОДУКТТАРЫ КОМБИНАТЫ

Просмотров: 1744

ӨФӨ ИГЕН ПРОДУКТТАРЫ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Республикала иген әҙерләү һәм иген эшкәртеү тармағының иң эре пр‑тиеларының береһе, бойҙай оно, аҡһым‑витамин‑минераль өҫтәмәләр, а.х. малы, ҡоштары һәм балыҡтар өсөн ҡатнаш аҙыҡ төрҙәрен етештерә. Составында элеватор (1974 й. асылған), тирмән з‑ды (1975), ҡатнаш аҙыҡ з‑ды (1976), ярма з‑ды (1978). 2012 й. 355 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла. 1959 й. Өфө 9‑сы тирмән з‑ды һәм ярма з‑ды базаһында Өфө тирмән комб‑ты булараҡ асыла, 1975 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 2001 й. алып “Башхлебопродукт” ДУП‑ының бүлендек пр‑тиеһы, 2003 й. хәҙ. статусын ала, 2005 й. “Урал‑Волга буйы агросәнәғәт төркөмө” ЯСЙ составына инә (Өфө).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019