ПОПОВ Владимир Георгиевич
ПОПОВ Владимир Георгиевич (11.8.1941, Новочеркасск ҡ. — 5.1.2017, шунда уҡ), гидрогеолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1987), проф. (1990). Новочеркасск политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1964) Башҡ‑н терр. геол. идаралығының Көнбайыш Башҡ‑н комплекслы геол. экспедицияһында өлкән гидрогеолог. 1973 й. алып Геология ин‑тында: 1977 й. башлап нефть һәм газ геологияһы лаб. өлкән, 1987 й. — төп ғилми хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта гидрогеология кабинеты мөдире. 1989 й. алып М.И.Платов ис. Көньяҡ Рәсәй политехник ун‑тында (Новочеркасск) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге генетик гидрогеохимияға арналған. П. тарафынан Көньяҡ Уралдың һәм Башҡортостандың Урал алдының геол. структураларындағы гидрогеодинамик һәм гидрогеохимик процестар, ер аҫты һыуҙарының барлыҡҡа килеү һәм урынлашыу, уларҙы һаҡлау һәм файҙаланыу проблемалары өйрәнелә. Оло Ыҡтамаҡ (Мәсетле р‑ны), Дүртөйлө һ.б. төркөмдәрҙең минераль һыу ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнашҡан. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Гидрогеохимия и гидрогеодинамика Предуралья. М., 1985; Геохимия и формирование подземных вод Южного Урала. Уфа, 2010 (авторҙ.); Ионообменная концепция в генетической гидрохимии. Уфа, 2013 (авторҙ.).
Р.Ф.Абдрахманов
Тәрж. Г.М.Ғәлиева

