“ПРОМЕТЕЙ”, спорт‑һауыҡтырыу комплексы
906
“ПРОМЕТЕЙ”, “Газпром трансгаз Уфа” ЯСЙ (2008 й. тиклем “Баштрансгаз”) Стәрлетамаҡ магистраль газ торбаларының линия производство идаралығының спорт‑һауыҡтырыу комплексы. Күмертау ҡ. урынлашҡан. 1992 й. асыла. Трибуналы (80 урынлыҡ) спорт залы (30×18 м), бокс (17×12 м), фитнес (7×7 м) һәм тренажёр (28×6 м) залдары, спорт майҙансығы (48×20 м) һ.б. бар. Бодибилдинг, бокс, дзюдо, мини‑футбол, спорт аэробикаһы секциялары эшләй. 1997 й. “П.” бодибилдинг б‑са Рәсәй чемпионаты, 1997 й. алып йыл һайын С.А.Антинян иҫтәлегенә дзюдо б‑са Бөтә Рәсәй турниры үткәрелә.
Тәрж. М.Н.Моратшина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:

