Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОМЫКАЛОВ Илдар Валерьевич

Просмотров: 2174

ПОМЫКАЛОВ Илдар Валерьевич (9.6.1971, Өфө), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2000). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). БДПУ‑ны тамамлаған (2003). “Спартак” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе, 1990 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры П.З.Буйлов). Паралимпия уйындары чемп. (2000, 2004) һәм бронза призёры (1996, 2008); 10 км йүгереүҙә (1994), марафон йүгереүендә (1998, 2002) донъя чемп., марафон (1999, 2001) һәм 10 км йүгереүҙә (2003) Европа чемп., күп тапҡыр Рәсәй чемп.; донъя чемпионаттарының көмөш призёры (1994, 2006), Европа чемпионаттарының көмөш (2 тапҡыр, 1993; 1995) һәм бронза (1995, 1999, 2001, 2003, 2005) призёры. Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (2002). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1993 й. алып). Почёт (2006), Дуҫлыҡ (2002), “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2004), Халыҡтар дуҫлығы (2000), Салауат Юлаев (2008) орд., 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2009) м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019