Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРИМАКИН Иван Васильевич

Просмотров: 1721

ПРИМАКИН Иван Васильевич (8.11. 1923, Петроград губ. Маилковы Горки а. — 8.11.1982, Туймазы ҡ.), лётчик, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Молотов пилоттар хәрби авиация мәктәбен (Пермь ҡ., 1942) тамамлаған. 1939 й. алып 381‑се з‑дта (Ленинград) эшләй. 1940 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. февр. алып Көньяҡ‑Көнбайыш һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 17‑се һауа армияһы 306‑сы авиация див. 951‑се штурм авиацияһы полкының звено ком. лейт. П. 315 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Благовещен, Туймазы ҡҡ. эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945 й. ғин., февр.), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. Туймазыла урамға П. исеме бирелгән, уға һәйкәл ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.11.2024