Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ КӨРЙӘ, Борай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1629

ИҪКЕ КӨРЙӘ, Борай р‑нындағы ауыл, Таңатар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 39 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 107 км алыҫлыҡта Шүлейә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 649 кеше; 1920 — 786; 1939 — 535; 1959 — 487; 1989 — 281; 2002 — 218; 2010 — 147 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Таңатар урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, Р.Ғәлиева ис. район мәҙәниәт йорто филиалы, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1764 й. алып билдәле. 1795 й. тиклем керҙәшлек килешеүе б‑са бында удмурт типтәрҙәре, һуңыраҡ ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр күсеп ултыра. 1795 й. 10 йортта 101 кеше йәшәгән, 1865 й. 72 йортта — 392 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, һалабаш әҙерләү, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, земство мәктәбе, тимерлек, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019