Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ КҮСКИЛДЕ, Асҡын р-нындағы ауыл

Просмотров: 1327

ИҪКЕ КҮСКИЛДЕ, Асҡын р-нындағы ауыл, Урмияҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 25 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 134 км алыҫлыҡта Төй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 550 кеше; 1920 — 587; 1939 — 444; 1959 — 497; 1989 — 335; 2002 — 373; 2010 — 274 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, клуб, мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Балыҡсы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Күскилде исеме м‑н нигеҙ һала, 1783 й. (керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра; килешеү ваҡыты үткәс, улар күсеп китә) алып билдәле. 19 б. башында Яңы Күскилде бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 23 йортта 150 кеше йәшәгән, 1865 й. 43 йортта — 259 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: