ЯҪЫ ТАУЛЫҠ
1719
ЯҪЫ ТАУЛЫҠ, ер йөҙө участкаһы, бейеклеге 500 м ашыу булған ҙур ҡалҡыулыҡтан ғибәрәт, горизонталь ятҡан йәки насар урынлашҡан ҡатламдарҙан тора, улар араһында ашалыуға тотороҡло тау тоҡомдары осрай. Я.т. ашалыуға, денудацияға һәм башҡа экзоген процестарға бәйле барлыҡҡа килә. Я.т. өсөн сағыштырмаса аҙ йырғыланған рельеф хас. Ғәҙәттә һыу айырғыс өҫтөнә тура килә һәм тирә‑яҡтағы уйпатлыҡтарҙан асыҡ күренеп торған битләүҙәр йәки һикәлтәләр м‑н айырыла. Я.т. сиктәрендә ҙур булмаған ҡалҡыулыҡтар һәм уйпатлыҡтар осрай. Шулай уҡ ҡара: Яйла.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.06.2026
Энциклопедиялар:

