Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕТАМАҠ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

Просмотров: 2347

СТӘРЛЕТАМАҠ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, С т ә р л е т а м а ҡ  б е р е н с е  й ә м и ғ  м ә с е т е, 1823—25 йй. сауҙагәр Ғ.Ғ.Ибраевтың аҡсаһына 1823 й. янған ағас мәсет (1800 й. сауҙагәр Ш.Урманцев аҡсаһына һалынған) урынында төҙөлә. Бина таштан, манаралы. 1861 й. яна; тергеҙелә. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Попечителдәр араһында сауҙагәрҙәр М.М.Рәмиев (ҡара: Рәмиевтар), Усмановтар һ.б. 1863 й. мәхәлләлә 3208 кеше иҫәпләнә, 1899 й. — 2644 кеше. Мәсет эргәһендә Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһе эшләй. 1930 й. ябыла, бинаһы Стәрлетамаҡ район халыҡ мәғарифы бүлеге ҡарамағына тапшырыла, һуңынан һүтелә. Имам- хатиптары билдәле: ахундар С.Р.Рәмиев (1800 й. алып), Ш.З.Нагаев (1815 й. алып), К.Ш.Нагаев (1839— 90); Г.К.Нагаев (1892 й. алып).

Р.У.Абдрахманов, Н.О.Насирова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: