Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯНБУЛАТОВА Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы

Просмотров: 2243

ЯНБУЛАТОВА Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы (28.12.1915, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе 1‑се Баҡай а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Баҡай а., — 13.10.1997, Өфө), актриса, шағирә. РСФСР‑ҙың атҡ. (1955), БАССР‑ҙың халыҡ (1954) һәм атҡ. (1949) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы (1938), Яҙыусылар союзы (1957) ағзаһы. Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1935; Х.Бохарский курсы) 1976 й. тиклем БАДТ актрисаһы.

Нескә лирик һәләт, йырсы таланты, нәфислек Я. традицион башҡорт, татар драмалары һәм комедияларында сағыу образдар ижад итеүгә мөмкинлек биргән: Айһылыу (“Һаҡмар”, С.М.Мифтахов; дебют, 1932, Эшсе йәштәр театры, Өфө), Ғәлиәбаныу (“Ғәлиәбаныу”), Сәрүәр (“Башмағым”), Сажиҙә (“Еҙнәкәй”; икеһе лә — Х.К.Ибраһимов), Сәрби (“Йәш йөрәктәр”, Ф.Бурнаш) һ.б. Шәфәҡ һәм Тәңкәбикә (“Ай тотолған төндә”), Ширин (“Һөйөү тураһында хикәйәт”, Н.Хикмәт), Тулғанай [С.Т. Айытматовтың“Әсә яланы” (“Материнское поле”) повесы б‑са Л.В.Вәлиевтең“Әсә, Ер‑Әсә” спектакле], Зөмрәт (“Нәркәс”, И.Х.Йомағолов) һ.б. образдары тәрән психологизм һәм көслө дәрт м‑н айырылып торған. Актрисаның репертуарына ш. уҡ классик сит ил һәм урыҫ драматургияһының драматик һәм трагик образдары ингән: Дездемона (“Отелло”, У. Шекспир), Луиза (“Мәкер һәм мөхәббәт”, Ф.Шиллер), Татьяна (“Мещандар”, М.Горький), улар араһында айырыуса Соня (“Ваня ағай”, А.П.Чехов; Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында юғары баһаланған, 1955) роле айырылған. Я. шиғриәтенә тойғолар тәрәнлеге, лиризм, моңлолоҡ хас. “Елбәҙәк ҡарҙар” (1959), “Таныш көйҙәр” (1962), “Балан сәскә атҡанда” (1976) шиғри йыйынтыҡтары, “Байрамбикә”, “Ғашиҡтар төнө” (пьеса нигеҙендә “Мөхәббәт ялҡындары” музыкаль комедияһына либретто яҙған) пьесалары; “Дауыл” операһына либретто, “Әминбәк” башҡорт халыҡ әкиәте б‑са инсценировка авторы, Айытматов, В.М.Гусев, П.Кальдерон, Р. Тагор һ.б. әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. Я. шиғырҙарына комп. Б.М.Ғайсин, Т.Ш.Кәримов, Р.Ә.Мортазин, Х.Ф.Әхмәтов йырҙар яҙған. Өфөлә Я. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Йөрәк йырҙары: шиғырҙар. Өфө, 1966; Һынау: балалар өсөн шиғырҙар. Өфө, 1985.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021