ҠАРА ТУПРАҠ
ҠАРА ТУПРАҠ, болонло дала һәм дала үҫемлектәре аҫтында карбонатлы делювиаль һәм элювиаль-делювиаль балсыҡта һәм ҡомло балсыҡта йыуылмаған йәки ваҡыты-ваҡыты м‑н йыуылған һыу режимында һәм дым етешмәгәндә уртаса континенталь йәки континенталь климат шарттарында барлыҡҡа килгән тупраҡ тибы. Башҡортостанда Ҡ.т. ҡыҫҡа, һыу ағымы-тел формаһындағы тупраҡ профиле, серетмә күләменең юғары булыуы һәм уның составында гумат-кальций комплекстары өҫтөнлөк итеүе, ауыр механик составлы, тупраҡ барлыҡҡа килтереүсе тоҡомдарҙың юғары карбонатлы булыуы хас. Көлһыуланған, йыуылған, типик, типик карбонатлы, ябай, көньяҡ ярым типтарын айырып йөрөтәләр (ҡара: табл.).
Көлһыуланған Ҡ.т. Башҡортостандың Урал алдында, нигеҙҙә, делювиаль, башлыса карбонатлы, ауыр механик составлы ултырмаларҙа, төньяҡ-көнсығыш өлөштә — карбонатһыҙ (ҡомташлы-балсыҡлы) тоҡомдар элювийында, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында — элювиаль-делювиаль карбонатлы ҡомло балсыҡта барлыҡҡа килгән. Серетмә горизонты (ҡалынлығы 40—50 см) ҡараһыу һоро йәки ҡара төҫтә, структураһы саңлы-бөртөклө, түбәнге өлөшөндә ваҡ сәтләүек һымаҡ структур айырымлыҡтар өҫтөндә аҡһыл кремнезёмлы онтаҡ бар. Иллювиаль горизонты тығыҙ, структураһы өҫтөндә органик-минераль шекәрәләрҙән төшкән ялтырауыҡ булған сәтләүек йәки сәтләүек-призма формаһында, карбонаттары аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан. Механик составы б-са балсыҡлы һәм ауыр ҡомло балсыҡлы. Дөйөм майҙаны (мең га): 314, ш. иҫ. ауыл хужалығы ерҙәре — 253, һөрөнтө ерҙәр — 198 (1995). Төньяҡ урман- дала зонаһында Өфө һәм Тере Танып йй. араһында, төньяҡ-көнсығыш урман-дала зонаһында Әй й. үҙәнендә, көньяҡ урман-дала зонаһында, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында таралған.
Йыуылған Ҡ.т. элювиаль-делювиаль балсыҡта һәм ҡомло балсыҡта, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында тығыҙ эзбизташтар һәм мергелдәрҙең йоҡа ҡатламлы элювий-делювийында барлыҡҡа килгән; рельефтың тигеҙләнгән элементтарын биләй. Тупраҡ профиленең ҡалынлығы 120—150 см. Серетмә горизонты (ҡалынлығы 50—60 см) ҡараһыу һоро йәки ҡара төҫтә, тығыҙланған, структураһы төйөрлө-бөртөклө. Иллювиаль горизонты ярыҡтарында ҡараһыу көрән ағымдар булған көрән төҫтә, тығыҙ, көлһыуланыу билдәләре юҡ, структураһы ҡырҙарында ялтырауыҡ булған төйөр йәки призма-сәтләүек формаһында. Механик составы б-са башлыса балсыҡлы йәки ауыр ҡомло балсыҡ. Дөйөм майҙаны (мең га): 2616, ш. иҫ. а.х. ерҙәре — 1736, һөрөнтө ерҙәр — 1342 (1995). Барлыҡ ауыл хужалығы зоналарында, башлыса көньяҡ урман-дала һәм Урал алды дала зонаһында, Әй й. үҙәнендә, Башҡортостандың Урал аръяғында — төньяғында һәм тау алды һыҙатында — таралған.
Типик Ҡ.т. Карбонатлы делювиаль һәм элювиаль- делювиаль балсыҡлы һәм ҡомло балсыҡлы тоҡомдарҙа, һары тупраҡ һымаҡ ҡомло балсыҡта барлыҡҡа килгән; һөҙәк битләүҙәрҙе биләй. Серетмә горизонты (ҡалынлығы 35—60 см) ҡараһыу һоро йәки ҡара төҫтә, структураһы саңлы-бөртөклө йәки төйөрлө-эре бөртөклө, карбонаттар бар. Механик составы б-са ауыр һәм уртаса ҡомло балсыҡ. Дөйөм майҙаны (мең га): 885, ш. иҫ. а.х. ерҙәре — 800, һөрөнтө ерҙәр — 671 (1995). Урал алды дала зонаһында Өршәк һәм Ашҡаҙар, Сәрмәсән һәм Дим йй., көньяҡ урман-дала зонаһында Баҙы һәм Сәрмәсән, Дим һәм Өршәк йй. араһында, Урал аръяғы дала зонаһында — Һаҡмар й. һул яры буйлап; Дөйөм Һырт битләүҙәре буйлап, Бөгөлмә- Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ өлөшөндә таралған.
Типик карбонатлы Ҡ.т. карбонатлы тупраҡ яһаусы тоҡомдар яҡын ятҡанда рельефтың юғары элементтарын биләй. Типик Ҡ.т. карбонаттарҙың күләме юғарыраҡ булыуы м-н айырыла. Ҡалдыҡ (тығыҙ эзбизташтарҙа формалашҡан, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында таралған), икенсел (карбонатлы һары тупраҡ һымаҡ делювиаль балсыҡта плакорлы шарттарҙа; Сәрмәсән һәм Дим, Өршәк һәм Ашҡаҙар йй. араһында) карбонатлы типик Ҡ.т. айырып йөрөтәләр. Дөйөм майҙаны (мең га): 962, ш. иҫ. а.х. ерҙәре — 819, һөрөнтө ерҙәр — 529 (1995).
Ябай Ҡ.т. Урал аръяғы далаларының уртаса ҡоро климат шарттарында балсыҡлы һәүерташтарҙың, кристаллы һәм метаморфик тоҡомдарҙың элювиаль ҡатламдарында һәм йыш ҡына татырлы элювиаль- делювиаль ултырмаларҙа барлыҡҡа килгән. Тупраҡ профиле (ҡалынлығы 60 см яҡын) тел формаһында, йыш ҡына тоташҡан формала. Серетмә горизонты ҡуңыр төҫмөрлө ҡараһыу һоро төҫтә, структураһы ҡырсынташлы, башлыса эре киҫәкле. Механик составы б-са еңел һәм ауыр ҡомло балсыҡлы тупраҡ өҫтөнлөк итә. Карбонатлы һәм тоҙло төрҙәре осрай. Дөйөм майҙаны (мең га): 293, ш. иҫ. а.х. ерҙәре — 276, һөрөнтө ерҙәр — 230 (1995). Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил р-ндарында таралған.
Көньяҡ Ҡ.т. башлыса ябай Ҡ.т. м‑н бергә ята; арҡаларҙың һөҙәк битләүҙәрен, ярлы һәм һирәк бүтәгә- ҡылғанлы үҫемлектәр үҫкән ҡоро далаларҙың яйла һымаҡ киң һыу айырғыс арауыҡтарын биләй. Тупраҡ профиле ябай Ҡ.т. айырмалы рәүештә айырылып тороусы һәм ярыҡлы, төҫө тигеҙ түгел, тығыҙ; структураһы эре киҫәкле; серетмә горизонтының ҡалынлығы 40 см яҡын. Дөйөм майҙаны (мең га): 57, ш. иҫ. а.х. ерҙәре — 56, һөрөнтө ерҙәр — 40 (1995). Башҡортостанда Ҡ.т. дөйөм майҙаны (мең га): 4529 (респ. майҙанының 31,7%ы), ш. иҫ. а.х. ерҙәре — 3941, һөрөнтө ерҙәр — 3011 (1995). Ҡ.т. уңдырышлылығын арттырыусы төп саралар: тупраҡҡа эзбиз индереү, минераль ашламалар, органик ашламалар индереү, тупраҡ эрозияһынан һаҡлау һ.б. Иген, техник һ.б. культуралар сәсеү өсөн ҡулланыла.
Әҙәб.: Богомолов Д.В. Почвы Башкирской АССР. М., 1954; Чернозёмы Башкирии/ М.Н.Бурангулова [и др.]. Уфа, 1969.
Ф.Х.Хәзиев
Тәрж. Г.А.Миһранова
Ҡара тупраҡтың физик-химик һәм һыу-физик үҙенсәлектәре
Ҡара тупраҡ | ||||||
көлһыу-ланған | йыуылған | типик | типик карбонатлы | ябай | көньяҡ | |
Ауырлығы, г/см3: | ||||||
күләм | 0,98—1,02 | 0,92—1,06 | 0,99—1,27 | 1,08—1,16 | 0,97—1,22 | 1,04—1,06 |
сағыштырма | 2,50—2,60 | 2,41—2,53 | 2,54—2,62 | 2,53—2,60 | 2,62—2,64 | 2,62—2,65 |
Составы, %: | ||||||
дөйөмсеретмә | 8,0—10,0 | 6,0—12,0 | 6,0—8,0 | 5,0—8,0 | 6,0—9,0 | 4,5—6,0 |
азот | 0,5—0,6 | 0,4—0,6 | 0,3—0,7 | 0,4—0,5 | 0,40—0,55 | 0,25—0,30 |
фосфор | 0,23—0,26 | 0,15—0,20 | 0,15—0,20 | 0,18—0,20 | 0,14—0,19 | 0,12—0,14 |
калий | 1,6—2,08 | 1,4—1,7 | 1,7—2,6 | 1,5—2,1 | 1,2—2,4 | 1,2—2,5 |
күсмә серетмә | 1,1—1,2 | 1,0—1,3 | 0,5—0,6 | 0,2—0,9 | 0,4—0,6 | 0,5—0,7 |
фосфор | 2,3—4,0 | 3,0—5,0 | 1,5 | 2,0—3,0 | 4,0—6,0 | 4,0—6,0 |
калий | 12,0—18,0 | 7,0—18,0 | 3,6 | 5,0—6,0 | 6,0—7,0 | 5,0—6,0 |
гидролизға еңел бирелгән азот, мг/100 г тупраҡҡа | 60—80 | 60—70 | 60—80 | 25—68 | 45—50 | 40—50 |
рН | 5,2—6,0 | 5,9—6,4 | 7,0 | 7,0—7,3 | 7,0 | 6,8—8,0 |
Гидролитик әселеге, мг-экв/100 г тупраҡ | 5,0—10,0 | 2,4—6,6 | — | — | — | — |
Йотолған һелтенең суммаһы, мг-экв/100 г тупраҡ | 50 | 45—60 | 40—65 | 38—45 | 30—60 | 36—38 |
Тупраҡтың һөрөнтө ҡатламында үлсәме 0,25 мм ҙурыраҡ булған һыуға бирешмәүсән агрегаттар, % | 20—30 | 30—40 | 51—62 | 50—60 | 63—65 | 59,5 |
Көпшәклелеге, % | 60‑ҡа яҡын | 55—60 | 52—60 | 52—58 | 53—63 | 56—61 |
Дым һыйҙырышлы-лығы, %: | ||||||
капиллярлығы тулылығы | 57—59 64—66 | 48—63 55—65 | 32—46 45—60 | 32—46 43—51 | 35—41 40—50 | 46—48 52—57 |

