Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛҠАҠ УРТА МӘКТӘБЕ

Просмотров: 1881

САЛҠАҠ УРТА МӘКТӘБЕ, Борай р‑нында урынлашҡан. 1899 й. земство мәктәбе булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1922 й. — башланғыс мәктәп, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, спорт залы, слесарлыҡ оҫтаханаһы, интернаты, мәктәп яны участкаһы бар. Уҡыу йорто м‑н С.Ғәбәши, Ф.Т.Мөхәмәтйәнов, К.Ш.Әхиәров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1938 й. алып мәктәпте 3 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2009), улар араһында Т.Б.Ғиләжетдинов, Мөхәмәтйәнов, Р.Ә.Ниғмәтуллин; бында ш. уҡ Э.Ш.Хәмитов уҡыған. Мәктәп бинаһына Чечнялағы хәрби хәрәкәт ваҡытында һәләк булған мәктәпте тамамлаусы Р.М.Зыялетдиновҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2004).

Д.Ф.Ғатауллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019