Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НУРИЕВ Р. ИСЕМЕНДӘГЕ ХОРЕОГРАФИЯ КОЛЛЕДЖЫ

Просмотров: 2285

НУРИЕВ Р. ИСЕМЕНДӘГЕ ХОРЕОГРАФИЯ КОЛЛЕДЖЫ. 1986 й. Өфө хореография уч‑щеһы булараҡ асыла, 1996 й. алып Башҡ. хореография уч‑щеһы, 1998 й. Р.Х.Нуриев исеме бирелә, 2009 й. Нуриев Р. ис. башҡ. хореография колледжы. Колледжда Башҡортостандан, Рәсәй Федерацияһынан һәм сит илдәрҙән балалар уҡытыла; 10 йәштә конкурс б‑са ҡабул ителәләр. Уҡытыу “хореография сәнғәте” һөнәре б‑са алып барыла, балет артисы (классик бейеү бүлеге), халыҡ бейеүе ансамбле артисы (халыҡ-сәхнә бейеүе) квалификацияһы бирелә. 7 балет залы, мәктәп театры, китапханаһы, фонотекаһы, ятаҡ-интернаты бар. Уҡыу йорто м‑н А.С.Биксурин, В.Х.Ғәлимова, З.Х.Ильясова, М.А. Кәримов, Л.С.Ҡыуатова, Ф.М. Нафиҡова, М.А.Таһирова, Ш.Ә.Тереғолов, Э.М.Тимерғәзина, Ю.Ғ.Ушанов, Ә.Ә.Фәсхетдинов, Л.В.Шапкина, БАССР‑ҙың атҡ. артисы З.А. Ғәбделхаҡова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 55 уҡытыусы һәм тәрбиәсе эшләй, шуларҙың 14‑нең маҡтаулы исемдәре бар. 940 белгес әҙерләнгән (583 балет артисы, 357 ансамбль артисы; 2010), улар араһында Р.Р.Закирова, Р.Р.Мөхәмәтов, Г.Ғ.Мәүлекәсова, И.Ҡ.Ноғманова, Р.В.Рыкин, Н.А. Сологуб, Г.Н.Сөләймәнова, А.М. Шәйҙуллин, А.Т.Шәфиғуллина һ.б. Опера һәм балет театры, Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Уҡыусылар араһында Галина Уланова фондының — 2, БР Президентының 17 стипендиаты, 10 халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Колледж уҡыусылары спектаклдәр м‑н Рәсәй, Бөйөк Британия, Германия, Франция буйлап гастролдәрҙә була. Колледж бинаһы – 20 б. башының тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

О.Ғ.Вилданова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: