Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИЛОНОВ Алексей Иванович

Просмотров: 1828

ФИЛОНОВ Алексей Иванович (25.3. 1907, Өфө — 14.2.1996, шунда уҡ), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1935). Ленинград художество‑сәнәғәт техникумын тамамлаған (1929). 1931 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) “Башкиргражданпроект”, 1966—67 йй. һәм 1970 йй. “Башколхозпроект” ин‑ты (икеһе лә — Өфө) архитекторы. Баймаҡ, Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡҡ., Ишембай эшселәр ҡасабаһының ген. пландары (1938—39; ҡара: Ҡала төҙөлөшө), Белорет, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ., Бишбүләк (Бишбүләк р‑ны), Үрге Йәркәй (Илеш р‑ны), Раевка (Әлшәй р‑ны), Йомағужа (Күгәрсен р‑ны; бөтәһе лә — 1940 йй. аҙ. — 1960 йй.) кварталдарын, биналарын планлаштырыу авторы һәм авторҙашы. Байтаҡ торлаҡ йорттар, ш. иҫ. Өфө моторҙар эшләү з‑ды (1935; ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе), Тау ҡорамалдары з‑ды (1936; ҡара: “Горнас”), Белгестәр йорто (1937, 1‑се сираты, Г.Д.Вагин м‑н берлектә); йәмәғәт биналары, ш. иҫ. Башҡ. мед. ин‑тының төп корпусы (1937; Тардисян м‑н берлектә; ҡара: Медицина университеты; бөтәһе лә — Өфө), проекттарын эшләй. Архитекторҙар союзының Башҡ‑н бүлексәһен ойоштороусыларҙың береһе. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Әҙәб.: Д о н г у з о в К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998; Строители Башкортостана. Уфа, 2001.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019