БАШҠОРТ ЭНЦИКЛОПЕДИЯҺЫ ИНСТИТУТЫ
БАШҠОРТ ЭНЦИКЛОПЕДИЯҺЫ ИНСТИТУТЫ. 1993 й. февралендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Башҡ. энциклопедияһы бүлеге (1991–92 йй. төркөм) базаһында Башҡ. энциклопедияһының Баш редакцияһы булараҡ асыла, 1995 й. алып “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәте, 2012 й. – “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми‑нәшриәт комплексы, 2017 й. – “Башҡорт энциклопедияһы” БР дәүләт автономиялы фән учреждениеһы, 2023 й. башлап “БР ФА” дәүләт бюджет фән учреждениеһының Башҡ. энциклопедияһы институты. Өфө ҡ. урынлашҡан. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: дөйөм һәм төбәк энциклопедистикаһы, төбәк энциклопедияларын әҙерләү тарихы һәм методикаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәреү; ҡағыҙҙа һәм электрон вариантта энциклопедик һәм һүҙлек-белешмә әҙәбиәт әҙерләү һәм нәшер итеү. Б.э.и. составына энциклопедик һәм ғилми баҫмалар, энциклопедистика теорияһы һәм тарихы, ғилми-мәғлүмәт эше, тәржемә бүлектәре инә. Ғилми‑техник китапханаһы бар.
1996 й. урыҫ телендә “Башҡортостан” ҡыҫҡаса энциклопедияһы, 1997 й. уның яңы мәҡәләләр менән тулыландырылған башҡ. теленә тәржемәһе (“Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия”), 2005 й. СD оптик дискында урыҫ һәм башҡ. телендә “Башҡортостан” ҡыҫҡаса энциклопедиялары; 2005–11 йй. урыҫ телендә 7 томлыҡ “Башҡорт энциклопедияһы”; 2014–18 йй. уның башҡортса 7 томы баҫылып сыға; 2015 й. күп томлы “Башҡорт энциклопедияһы”ның (“Башкирская энциклопедия”) онлайн‑версияһы донъя күрә, 2018 й. DVD оптик дискында “Өфө нефть университеты” энциклопедияһының электрон версияһы, шулай уҡ онлайн‑версияһы әҙерләнә. 2020 й. “Башҡортостан” төбәк интерактив энциклопедик порталы эшләй башлай, 2022 й. “Дүртөйлө энциклопедияһы”ның онлайн‑версияһы әҙерләнә. Тематик һәм төбәк энциклопедиялары: “Салауат Юлаев: энциклопедия” [“Салават Юлаев: энциклопедия”; 2004; “Бәләкәй тыуған ил” (“Малая родина”) Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты, Мәскәү ҡ.], “Башҡорттарҙың хәрби тарихы: энциклопедия” (“Военная история башкир: энциклопедия”; 2013); “Башҡортостан халыҡтары” (“Народы Башкортостана”; 2014; Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһенең 2‑се дәрәжә дипломы, Ашхабад ҡ.); шулай уҡ учреждениелар, предприятиеларға арналған энциклопедиялар: “Газпром нефтехим Салават” (2013), “Рәми Ғарипов исемендәге 1‑се Башҡорт республика гимназия-интернаты” (“Башкирская республиканская гимназия-интернат №1 имени Рами Гарипова”; 2014) һ.б. сығарыла. Муниципаль берәмектәр хакимиәттәре заказы буйынса “Баймаҡ энциклопедияһы” (“Баймакская энциклопедия”; 2013), “Ишембай энциклопедияһы” (“Ишимбайская энциклопедия”), “Хәйбулла энциклопедияһы” (“Хайбуллинская энциклопедия”), “Әбйәлил энциклопедияһы” (“Абзелиловская энциклопедия”; “Йылдың иң яҡшы китабы – 2015” Бөтә Рәсәй профессиональ конкурсының “Иң яҡшы һүҙлек-энциклопедик баҫма” номинацияһында диплом, Мәскәү ҡ.), БР‑ҙа тәүге ҡала энциклопедияһы “Сибай” (бөтәһе лә – 2015), “Бүздәк энциклопедияһы”, “Дүртөйлө энциклопедияһы”, “Саҡмағош энциклопедияһы”, “Туймазы энциклопедияһы”, “Тәтешле энциклопедияһы” (бөтәһе лә – 2020), “Бөрйән энциклопедияһы”, “Ҡыйғы энциклопедияһы” (икеһе лә – 2022; “Китап байрамы” халыҡ‑ара китап йәрминкәһе “Урал батыр ерендә йыл китабы” конкурсының “Энциклопедик әҙәбиәт әҙерләгәне һәм сығарғаны өсөн” номинацияһында махсус диплом, Өфө ҡ., 2023) нәшер ителә. Шулай уҡ Б.э.и. тарафынан 200‑ҙән ашыу фәнни һәм фәнни-популяр баҫма (дөйөм тиражы 30 мең дананан ашыу) сығарыла, ш. иҫ. И.Е.Карпухиндың “Башҡортостанда урыҫ балалар фольклоры” (“Русский детский фольклор в Башкортостане”; 2013), “XX–XXI быуаттар арауығында күп милләтле Башҡортостанда урыҫ балалар фольклорының торошо” (“Состояние русского детского фольклора в полиэтничном Башкортостане на стыке ХХ–ХХI веков”; 2018), Н.М.Ҡолбахтиндың “Һайланма хеҙмәттәр: 5 китапта” (2016; “Избранные труды: в 5 книгах”), Ф.Х Ғәлиев һәм Ф.М.Раяновтың “ХХI быуатта йәмғиәт белеме: теоретик‑хоҡуҡи аспект” (“Обществоведение в XXI веке: теоретико-правовой аспект”; 2018) баҫмалары наградаларға лайыҡ була. Б.э.и. БР‑ҙың ғилми учреждениелары, РФА‑ның Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге (ҡара: Өфө фәнни үҙәге), “Большая Российская энциклопедия” ғилми нәшриәте һ.б. менән хеҙмәттәшлек итә. Ғилми редакция советы рәйестәре: З.Ғ.Ураҡсин (1993 й. алып), М.Ә.Илһамов (1998 й. алып). Етәкселәре: З.Ғ.Ураҡсин (1993 й. алып), У.Ғ.Сәйетов (1995, 1998 й. алып), Р.Шәкүр (1995–98), И.З.Солтанморатов (2022 й. октябренән), Р.Х.Хәсәнова (2023 й. башлап директор вазифаһын башҡарыусы).
Әҙәб.: История и современное состояние энциклопедистики / У. Г. Саитов, Б. Н. Латыпов, К. И. Аглиуллина [и др.]. Уфа, 2021
Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

