АБДРАХМАНОВА Лена Абдулбарый ҡыҙы
3314
АБДРАХМАНОВА Лена Абдулбарый ҡыҙы (10.6.1971, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Аҙнағол а.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2006). БДПИ‑ны тамамлаған (1995). 1996 й. алып Мәләүез ҡ. мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 2002 й. башлап “Көнгәк” гәз. корректоры, тәржемәсеһе, 2006 й. — бүлек мөдире. “Нисек йәшәйһең, башҡорт ауылы?” (2010) мәҡәләләр циклы, ш. уҡ соц. тематикаға арналған публицистик хеҙмәттәр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2010).
Тәрж. Р.М.Шәрипова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.11.2024
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар:

