Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИКИТИН Иван Моисеевич

Просмотров: 334

НИКИТИН Иван Моисеевич (30.5.1892, Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Чемодурово а. – 6.9.1972, Бөгөлмә ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1944). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1919–22 йй. һәм 1942–45 йй. Ҡыҙыл армияла. 1943 й. алып Үҙәк, 1‑се һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт иткән. Герой исеменә 2‑се танк армияһы 3‑сө танк корпусының 57‑се мотоуҡсылар бригадаһы уҡсыһы рядовой Н.1944 й. 13 мартында Украина ССР‑ының Берёзки‑Бершадские а. эргәһендә Көньяҡ Буг й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1948–61 йй. “Туймазабурнефть” тресының (Октябрьский ҡ.) 2‑се төҙөлөш‑монтаж идаралығында монтажсы, бригадир, мастер булып эшләй. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1944). Н. исеме Октябрьский ҡ. урамға һәм 9‑сы урта мәктәпкә бирелгән, Геройҙар аллеяһында уға һәйкәл, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

    Әҙәб.: Герой Советского Союза Иван Моисеевич Никитин // Листая памяти страницы. Уфа, 2000; Отец // там же.

Тәрж. Г.У.Кәбирова

Дата публикации: 17.03.2026
Дата последнего обновления публикации: 17.03.2026