РӘМИЕВ Бәшир Искәндәр улы
РӘМИЕВ Бәшир Искәндәр улы [1.5 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 15.5). 1918, Орск ҡ. – 16.5.1994, Мәскәү ҡ.], ғалим‑уйлап табыусы. Техник фәндәр докторы (1962). РСФСР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1987), СССР‑ҙың почётлы радисы (1967). Рәмиевтар нәҫеленән. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү энергетика институтында уҡыған (1936–38). Баймаҡ ҡ., 1931 й. алып БАССР‑ҙың Учалы районы Поляковка а., 1933–36 йй. Өфө ҡ. йәшәгән һәм уҡыған. 1949 й. башлап СССР Машиналар эшләү һәм приборҙар эшләү министрлығының 245‑се махсус КБ‑ла төп инженер, 1950 й. – лаборатория мөдире, 1955 й. – филиал начальнигы урынбаҫары, 1959 й. алып Пенза математик машиналар ҒТИ‑нда баш инженер, бер үк ваҡытта 1960 й. башлап директор урынбаҫары, 1968 й. – Электрон хисаплау техникаһы ғилми-тикшеренеү үҙәгендә бүлексә начальнигы, 1970 й. – лаборатория начальнигы, 1971 й. алып СССР Фән һәм техника буйынса дәүләт комитетының Хисаплау техникаһы һәм идара системалары баш идаралығында начальник урынбаҫары, 1987 й. – СССР Хисаплау техникаһы һәм информатика буйынса дәүләт комитетында рәйес урынбаҫары (бөтәһе лә – Мәскәү ҡ.). СССР‑ҙа электрон хисаплау машинаһын тәүге эшләүселәрҙең береһе. “Стрела” электрон хисаплау машинаһын эшләүҙә ҡатнашыусы, “Урал” электрон хисаплау машинаһын эшләү төркөмө етәксеһе һ.б., уның етәкселегендә 11 электрон хисаплау машинаһы һәм 100‑гә яҡын периферия ҡоролмалары етештереүгә индерелгән. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1954). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (1966, 1981) менән бүләкләнгән. Р. исеме Өфө ҡ. урамға, Ҡазан ҡ. технопаркка, Пенза ҡ. урамдарға бирелгән, ул эшләгән технопарк бинаһына, йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.
Тәрж. Г.У.Кәбирова

