БОЧАРОВ Владислав Алексеевич
370
БОЧАРОВ Владислав Алексеевич (13.9.1997, Белорет ҡ. – 22.3.2025, Запорожье өлкәһе, тыуған яғында ерләнгән), гвардия капитаны. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2025). Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022–25). Рязань юғары һауа-десант команда училищеһын тамамлаған (2020). 2015 й. алып Рәсәй армияһында. 2010 й. башлап Балтик флоты (Балтийск ҡ.) диңгеҙ пехотаһының 336-сы айырым гвардия бригадаһы 724-се разведка батальонының взвод командиры, һуңыраҡ разведка ротаһы командиры булып хеҙмәт итә. Герой исеменә гвардия капитаны Б. хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була.
Тәрж. Г.У.Кәбирова
Дата публикации: 02.02.2026
Дата последнего обновления публикации: 02.02.2026
Энциклопедиялар:
Шәхестәр:
Связанные статьи:

