Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРИХОДЬКО Михаил Владимирович

Просмотров: 676

ПРИХОДЬКО Михаил Владимирович (14.7.1976, Ҡарағанда ҡ. – 13.10.2024, Мали Республикаһы, Ижевск ҡ. ерләнгән), эске хеҙмәт полковнигы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2023). Төньяҡ Кавказда (1999–2014), Сүриәләге, Үҙәк Африка Республикаһындағы, Судандағы, Ливиялағы, Малиҙағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Ижевск юридик институтын тамамлаған (1997). Татлы урта мәктәбендә (Белорет районы), 1993–96 йй. РФ ЭЭМ‑ының Өфө юғары мәктәбендә уҡыған. 1997 й. алып РФ ЭЭМ‑ы 8‑се Баш идаралығының Енәйәтте тикшереү бүлеге оперуполномоченныйы (Ижевск ҡ.), 1999 й. башлап Рәсәй Федераль хөкөм башҡарыу хеҙмәтенең Удмурт Республикаһы буйынса идаралығы “Шоңҡар” махсус тәғәйенләнештәге бүлегенең штурм отделениеһы инспекторы. 2014 й. алып “РСБ‑Групп” шәхси компанияһында сауҙа судноларын халыҡ‑ара пираттар һөжүменән һаҡлау буйынса эшләй. 2015 й. башлап “Вагнер” шәхси хәрби компанияһында: 2018 й. – 1‑се штурм отрядының 2‑се штурм взводы командиры, 2020 й. – 9‑сы штурм отряды командиры. Герой исеменә П. махсус задание үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ була. 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2022), Батырлыҡ (2016, 2018, 2020, 2021, 2022 й. июне һәм октябре), сит ил ордендары менән бүләкләнгән.

Е.А.Смирнов

Дата публикации: 15.08.2025
Дата последнего обновления публикации: 15.08.2025