ҒАРИФУЛЛИН Руслан Вил улы
ҒАРИФУЛЛИН Руслан Вил улы (28.3.1977, Ташкент ҡ.), генерал-майор (2024). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2025). Төньяҡ Кавказда, Сүриәлә, Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022 й. алып). РФ ЭЭМ‑ының Пермь эске ғәскәрҙәр хәрби институтын (1999), РФ Ҡораллы Көстәренең Дөйөм ғәскәри академияһын (Мәскәү ҡ., 2011) тамамлаған. БР‑ҙа йәшәгән, Йәрмәкәй урта мәктәбен тамамлаған (1994). 1994 й. алып РФ ЭЭМ‑ының Эске ғәскәрҙәрендә, 2016 й. башлап РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәрендә. РФ ЭЭМ‑ы Эске ғәскәрҙәренең (2016 й. алып РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәре) Көнсығыш, Себер, Төньяҡ Кавказ, Волга буйы һәм Үҙәк округтарында хеҙмәт итә. Герой исеменә РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең 116‑сы махсус тәғәйенләнештәге айырым бригадаһы командиры Ғ. хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ була. 3 Батырлыҡ ордены, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләнгән.
Е.А.Смирнов

