Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАМАТОВА Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы

Просмотров: 176

САЛАМАТОВА Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы (1.8.1976, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы 2‑се Этҡол а.), тел белгесе, сценарист, публицист. Филология фәндәре кандидаты (2002). БР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2026). БР, РФ Яҙыусылар союзы (2022 й. алып), БР, РФ Журналистар союзы (2024 й. алып) ағзаһы. Г.Д.Ибраһимовтың һеңлеһе. БДУ‑ны тамамлаған (1998). 2002 й. алып ӨДСИ‑лә уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре иҫке төрки яҙма ҡомартҡыларын, башҡ. театры тарихын, башҡ. милли интеллигенцияһының билдәле вәкилдәренең тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә арналған. “Бабич” (2017), “Беренсе Республика” (“Первая Республика”; 2019), “Шағир көндәлеге” (“Дневник поэта”; төшөрөлә) фильмдарынан торған “Беренсе Республика” фильм-трилогияһы сценарийы авторҙашы. Салауат башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйылған “Шукшин” пьесаһы өсөн “Ваня, һин нисек бында?” (“Ваня, ты как здесь?”), “Миль пардон мадам!”, “Микроскоп”, “Ышанам” (“Верую”), “Минең кейәү утын урланы” (“Мой зять украл машину дров”) хикәйәләрен, М.А.Буранғоловтың “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” пьесаһы буйынса шул уҡ исемле инсценировканы, шулай уҡ Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйылған М.А.Буранғоловтың “Ашҡаҙар” драмаһының сәхнә версияһын башҡортсаға тәржемә иткән. “Театр романы” Бөтә Рәсәй театр тураһында әҙәбиәт өлкәһендәге премия (2020), БР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы (2020), БР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы (2024) лауреаты.

    Әҫәрҙ.: Зәбих Исҡужин: Иҙел ярында Һаҡмар егете. Өфө, 2021; Балалар сәхнәһе. Өфө, 2024; Башкирский государственный академический театр драмы имени Мажита Гафури – 100 лет: очерки истории и современности. Уфа, 2019.

Тәрж. Г.У.Кәбирова

Дата публикации: 16.09.2026
Дата последнего обновления публикации: 02.10.2026